Ҡыҙҙар һәр саҡ яҙмышына күнеп йәшәмәгән. Был темаға Башҡортостан Республикаһының Милли архивында бик күп материал һаҡланған. Улар үҙҙәрен урлаған кешегә, көсләп кейәүгә биргән атаһына, муллаларға дәғүә белдереп ялыу яҙған.
Мәҫәлән, 1889 йылда Ырымбур мосолман диниә назаратына Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ғәбделнасыр ауылында йәшәгән башҡорт М. Ноғомановтың урланған Бибий-Мәғфүрә исемле ҡыҙы мөрәжәғәт итә:
«1888 йылдың 31 мартында атайым менән ағайым өйҙә юҡ ине. Төндә ауылдашым башҡорт Харрис Хәкимов иптәше Рәхмәтулла Әбделмәнов менән өйгә кереп, көсләп мине үҙенә алып китте».
Артабан яҙыуынса, шул уҡ йылдың 8 сентябрендә ҡыҙҙың атаһы өйәҙ исправнигына һәм прокурорға мөрәжәғәт иткән, ә 23 ноябрь (урланғандан һуң 8 ай үткәс) Орск өйәҙе приставы уны атаһы өйөнә ҡайтарған.
Күпмелер ваҡыт үткәс, егет Харрис Хәкимов «өҫкө етәксе»ләргә Бибий-Мәрфүғәгә өйләнергә теләйем, тип мөрәжәғәт итә. Ҡыҙҙың атаһы ризалаша һәм 700 һум ҡалым һорай. Әммә ҡыҙ ҡырҡа ҡаршы була.Эште судта ҡарау 4 йылға һуҙыла. Мулла никах уҡып өлгөрмәй. Ә ҡыҙ балиғ булғас: «Миңә хәҙер 17 йәш, кемгә теләйем, шуға кейәүгә сығам», – тип белдерә.
(Галиева Ф.Г. Семейные обряды и обычаи башкир в поликультурном пространстве. Уфа, 2020. С. 34).