
Әҙерләү этаптары

Башҡорттар ҡара һағыҙҙың файҙаһы хаҡында борондан уҡ белгәндәр. Иң беренсе сиратта ул профилактика сараһы булараҡ ҡулланылған, йәғни микроптарҙан һаҡлаған. Шулай уҡ теш һыҙлағанда ауыртыуҙы кәметә алыуы билдәле. Тештең эмален дә һаҡлай. Тештәрҙе ағарта. Кариес, гангивит, стоматит кеүек ауырыуҙарҙы профилактикалай. Теш ҡаҙнаһын һәм тамырҙарын нығыта. Теш ҡаҙналарына массаж яһай. Бактерия, вирустарҙы төпкә төшөрмәйсә, ауыҙ ҡыуышлығында юҡҡа сығара. Ғөмүмән,
кеше организмына яҡшы тәьҫир итә. Бактерицид үҙенсәлектәре бар.
Тынды таҙарта. Стерстан һаҡлай. Интоксикацияны бөтөрә.
Ашҡаҙан-эсәк юлы функцияларын көйләй. Кислоталы-һелтеле балансты яҡшырта.

Бәләкәс балаларға сәйнәү тыйылған, сөнки уларҙың йотоп, йә ҡаҡалып ҡуйыу ихтималлығы бар.
Төнөн сәйнәүҙән дә тыйғандар: «Үлгән кешенең үпкәһен сәйнәйһең...», - тип ҡурҡытҡандар. Был инде төнөн һағыҙҙың яңылыштан тын юлын ҡаплап ҡуйыу ҡурҡынысынан, йә төшөп, сәскә, кейемгә йәбешеп, уларҙы эшлектән сығармаһын өсөн киҫкен сара булараҡ ҡулланылғандыр.
Ир-аттарға һағыҙ сәйнәү килешмәй, тип һанаған халыҡ
| 1. 2007 йылда Финляндияла ҡаҙыу эштәре мәлендә ҡайын туҙынан эшләнгән һағыҙ табылған. Ғалимдар билдәләүенсә, теш эҙҙәре лә һаҡланған һағыҙға – 5000 «йәш»! Ҡайын туҙында булған матдәләр уны һис боҙмай һаҡлаған. 2. Ғалимдар фекеренсә, тешләнеше дөрөҫ булмаған балаларға һағыҙ сәйнәү яҡшы һөҙөмтә бирә, сөнки ул теш мускулдарын нығыта. 3. Табиптар ауыҙҙары кибеп йонсоған кешеләргә тәҡдим итә. Сөнки ҡара һағыҙ шайыҡ бүленеп сығыуҙы яйға һала. 4. Энергия сығанағы булараҡ сығыш яһай. Ҡан әйләнешенең яҡшырыуы һөҙөмтәһендә көсөргәнешлелекте кәметә.Айырыуса машина менән идара итеүсенең йоҡламауын тәьмин итеп, автоһәләкәттән ҡурсалай. 5. Шәкәр диабеты менән сирләүселәргә лә ҡурҡмайынса сәйнәргә мөмкин. Сөнки магазин һағыҙҙарынан айырмалы рәүештә составында шәкәр юҡ. 6. Аллергияға килтереү осраҡтары теркәлмәгән. 7. Бөгөнгө көндә лә был шөғөлдө үҙ итеп, кәсепкә әйләндереүселәр бар. Күгәрсен районының Хоҙайбирҙе ауылында йәшәүсе эшҡыуар Миңзәлә Күсербаева урамда киоск та асып ебәргән. |

